{"10":{"bg1":"cover1.gif","bg2":"cover-1.png","adr":"\u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74","title":"\u041a\u043e\u0440\u043f\u0443\u0441 1","id_allblocks":"1","id":"10","info":"<p><strong>\u0410\u0434\u0440\u0435\u0441:<\/strong><br \/>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430, \u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74<br \/><br \/><strong>\u0422\u0435\u043b\u0435\u0444\u043e\u043d\/\u0444\u0430\u043a\u0441:<\/strong><br \/>+7 347 216 42 12<br \/><strong><br \/>E-mail:<\/strong><br \/><a href=\"mailto:info@rilirb.ru\" target=\"_blank\" rel=\"noopener noreferrer\">info@rilirb.ru<\/a><\/p>","dopinfo":"<p>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430,<br \/>\u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74.<br \/>\u0442\u0435\u043b\/\u0444\u0430\u043a\u0441:+7 (347) 216 42 12<br \/>email: <a title=\"\u041d\u0430\u043f\u0438\u0441\u0430\u0442\u044c \u043d\u0430\u043c\" href=\"mailto:info@rilirb.ru\">info@rilirb.ru<\/a><\/p>","i":3,"pic":"\/foto\/nofoto.jpg","data":false},"11":{"bg1":"cover2.png","bg2":"cover-2.png","adr":"\u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13","title":"\u041a\u043e\u0440\u043f\u0443\u0441 2","id_allblocks":"1","id":"11","info":"<p><strong>\u0410\u0434\u0440\u0435\u0441:<\/strong><br \/>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430, \u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13<br \/><br \/><strong>\u0422\u0435\u043b\u0435\u0444\u043e\u043d\/\u0444\u0430\u043a\u0441:<\/strong><br \/>+7 347 216 42 12<br \/><br \/><strong>E-mail:<\/strong><br \/><a href=\"mailto:info@rilirb.ru\" target=\"_blank\" rel=\"noopener noreferrer\">info@rilirb.ru<\/a><\/p>","dopinfo":"<p>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430,<br \/>\u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13<br \/>\u0442\u0435\u043b\/\u0444\u0430\u043a\u0441:+7 (347) 216 42 12<br \/>email: <a title=\"\u041d\u0430\u043f\u0438\u0441\u0430\u0442\u044c \u043d\u0430\u043c\" href=\"mailto:info@rilirb.ru\">info@rilirb.ru<\/a><\/p>","i":4,"pic":"\/foto\/nofoto.jpg","data":false}}

Новости

Рухиәт байрамы

16.01.2019

   9 – 11 ғинуарҙа Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназияһында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада – тел һәм рухиәт байрамы күңелдә матур тәҫьораттар ҡалдырҙы. Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта 300-ҙән ашыу кеше – Башҡортостандың район, ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән – Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан, Ырымбур өлкәһенең Новосергиев, Төйлөгән, Александров райондарынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килгән уҡыусылар ҡатнашты. 
Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбат итте. 
  Олимпиаданы ойоштороу һәм үткәреү барышы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы етәкселек итте. Уҡыусыларҙың эштәрен Башҡорт дәүләт университетының, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының ғалимдары һәм методистары, республиканың алдынғы укытыусыларынан торған жюри баһаланы. 

  Беҙҙең республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары ла  йыл һайын ошо   олимпиадала әүҙем ҡатнаша  һәм ҙур еңеүҙәргә  ирешәләр. Быйылғы уҡыу йылында ла  укыусыларыбыҙ һынатманы.Улар өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбат итте  һәм  лицейыбыҙға оло еңеү  алып ҡайттылар.Беренсе урынды  8-се класс уҡыусыһы Дилә Йәһүҙина яуланы.Призерҙар  урынын   11-се класс  уҡыусыһы  Даян Ишморатов, 10-сы класс уҡыусылары   Айнагөл  Байраҡаева  һәм  Илназ Кейекбаев,8-се класс укыусылары Иршат  Ғибаҙуллин менән  Рамазан Ғәлиәкбәров бүлеште. Афарин беҙҙең егет- ҡыҙҙарға !Киләсәктә лә уларға  оло еңеүҙәр  насип булһын!

 Һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булған, туған телебеҙҙе яратып өйрәнгән уҡыусыларыбыҙға  лицейыбыҙҙа  бик күп йылдар ең һыҙғанып, арымай-талмай  эшләгән,үҙ эштәренең оҫтаһы булған   туған тел  уҡытыусылары төплө белем бирә. Туған телен,тыуған илен,туған халҡын ихтирам иткән,яратҡан һөнәр эйәләре генә һис шикһеҙ  ошондай еңеүҙәргә ирешә  һәм  тоғро хеҙмәт итә ала.

Республиканский инженерный лицей-интернат
Адрес: ул. Кольцевая, 74 Уфа,
Телефон:+7 (347) 216-42-12, Электронная почта: info@rilirb.ru