{"10":{"bg1":"cover1.gif","bg2":"cover-1.png","adr":"\u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74","title":"\u041a\u043e\u0440\u043f\u0443\u0441 1","id_allblocks":"1","id":"10","info":"<p><strong>\u0410\u0434\u0440\u0435\u0441:<\/strong><br \/>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430, \u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74<br \/><br \/><strong>\u0422\u0435\u043b\u0435\u0444\u043e\u043d\/\u0444\u0430\u043a\u0441:<\/strong><br \/>+7 347 242 18 32<br \/><strong><br \/>E-mail:<\/strong><br \/><a href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\" target=\"_blank\" rel=\"noopener noreferrer\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","dopinfo":"<p>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430,<br \/>\u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74.<br \/>\u0442\u0435\u043b\/\u0444\u0430\u043a\u0441: 242 18 32<br \/>email: <a title=\"\u041d\u0430\u043f\u0438\u0441\u0430\u0442\u044c \u043d\u0430\u043c\" href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","i":3,"pic":"\/foto\/nofoto.jpg","data":false},"11":{"bg1":"cover2.png","bg2":"cover-2.png","adr":"\u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13","title":"\u041a\u043e\u0440\u043f\u0443\u0441 2","id_allblocks":"1","id":"11","info":"<p><strong>\u0410\u0434\u0440\u0435\u0441:<\/strong><br \/>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430, \u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13<br \/><br \/><strong>\u0422\u0435\u043b\u0435\u0444\u043e\u043d\/\u0444\u0430\u043a\u0441:<\/strong><br \/>+7 347 234 89 67<br \/><br \/><strong>E-mail:<\/strong><br \/><a href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\" target=\"_blank\" rel=\"noopener noreferrer\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","dopinfo":"<p>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430,<br \/>\u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13<br \/>\u0442\u0435\u043b\/\u0444\u0430\u043a\u0441: 234 89 67<br \/>email: <a title=\"\u041d\u0430\u043f\u0438\u0441\u0430\u0442\u044c \u043d\u0430\u043c\" href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","i":4,"pic":"\/foto\/nofoto.jpg","data":false}}

Новости

Ғилем тауҙарына әйҙәй беҙҙең инженер лицей

27.06.2018

    Өҫтөнә зәңгәрһыу төҫтәге костюм-салбар, аҡ күлдәк кейгән, килешле генә ҡыҙыл галстук таҡҡан баһадир егеттәргә ҡарап, тирә-йүндәгеләр һоҡланыуҙарын йәшермәй. “Ҡайһылай матур, тәртипле йәштәр, үҙҙәрен тота белә, инглиз телендә лә иркен һөйләшә. Ҡайһы мәктәптән һуң был егеттәр?” – тигән һорауҙы йыш бирә Өфө халҡы. Егеттәр, баҫалҡы ғына йылмайып, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрһә, уларҙың эргәһендәге тәрбиәселәре: “Республика инженер лицей-интернатынан!” – тигән һүҙҙәрҙе ғорурлыҡ менән ҡабатлай. Эйе, ғорурланмаҫлыҡ та түгел шул, егеттәребеҙ бар яҡтан да килгән: уҡыуҙа ла алдынғылар, олимпиадалар, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла призлы урындар уларҙыҡы, спортҡа, йыр-бейеүгә лә маһирҙар, шаянлыҡта һәм тапҡырлыҡта ла берәүгә лә бил бирмәйҙәр.
 
    1992 йылда Черниковка биҫтәһендә асылған Республика башҡорт лицей-интернаты инде нисәмә йылдар дауамында Башҡортостандың төрлө ҡала, райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған малайҙарға тормош баҫҡыстары буйлап уңышлы үрләргә, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ярҙам итеп килә. Был уҡыу йорто 2016 йылдың март айынан Республика иҡтисад лицей-интернаты менән берләштерелеү уңайынан киң йәмәғәтселеккә Республика инженер лицей-интернаты (РИЛИ) тигән атамаһы менән билдәле. Бөгөнгө көндә лицейҙа егеттәр менән бер рәттән ҡыҙҙар ҙа белем тауҙарына тырышып үрләй.
    “Тирә-йүнебеҙҙе ҡатмарлы технологиялар уратып алған заманыбыҙҙа донъя тәртибенән тайпылмау өсөн белемле булыу үтә лә мөһим. Мәктәп эскәмйәһендә төплө белем алыу, бигерәк тә теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙе ентекле өйрәнеү – бөгөнгө көн талабы. Быны яҡшы аңлай лицей уҡыусылары. Математика, физика, информатика, химия фәндәрен төплө өйрәнеү маҡсатында ойошторолған өҫтәмә дәрестәргә, робот техникаһын йыйыу, технология, 3D моделләштереү түңәрәгенә йөрөргә теләүселәр һаны артҡандан-арта. Быға ярашлы алдағы 2018-2019 уҡыу йылына 7, 8 10 кластарға балалар ҡабул итәсәкбеҙ”, – ти уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Фәнүр Йәһүҙин.
    “Химия уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты Айнур Мансур улы Ғүмәров етәкселегендә уҡыусылар Рәсәй ҡалаларында уҙғарылған олимпиадаларҙан буш ҡул менән ҡайтмайҙар. Быйыл Һамар, Ҡазан, Мәскәү, Сочи ҡалаларында көс һынашҡан лицей егеттәре – Искәндәр Шәмиғолов, Инсаф Ғәйнанов, Динислам Рәхмәтуллин, Айҙар Салауатов, Нургиз Мидәтов, Айвар Кашаповтар – республика һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре. Математика, информатика, физика, география, робот техникаһы буйынса ла һөҙөмтәләребеҙ насар түгел. Үҙ эшенә ижади ҡараған уҡытыусыларыбыҙ – Альберт Исхаҡов, Вадим Ниғмәтуллин, Заһир Юлдашев, Булат Насиров, Асия Әхмәтова, Марат Мусин, Азамат Йәркәйевтәр етәкселегендә Руслан Фазлыев, Аяз Байков, Тамерлан Әфләтуновтар һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтте. Мәскәүҙә уҙған Бөтә Рәсәй робот техникаһын төҙөү фестивалендә ҡатнаштыҡ, 3Dмоделләштереү буйынса ярайһы ғына уңыштарға өлгәштек”, – тип ғорурлана уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Азат Марс улы Абраров.
     “Фәнни-ғәмәли конференцияларҙан, әҙәби бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмай беҙҙең уҡыусылар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Аида Абдуллина, Мәүлиха Дәүләтшина, Таңсулпан Исламовалар һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. “Илһам” конкурсының һөҙөмтәләре буйынса Динислам Хажиәхмәтов, Тимур Байғусҡаров, Таһир Шахморатовтар еңеүселәр исемлегенә индерелһә, “Аҡмулла” шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләү бәйгеһендә Элина Лоҡманова, Илзидә Юлдашбаева, Нәргизә Мифтахова һәм Ирбулат Тайбуғинға тиңләшеүселәр булманы. Халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыллыҡ юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла лицеистарыбыҙ һынатманы. Башҡа фәндәрҙән уҙғарылған олимпиадаларҙа ла район, республика кимәлендә ярайһы ғына һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ. Тырыш, белемгә ынтылған, ижади эҙләнгән уҡыусылар өсөн лицейҙа бар юлдар ҙа асыҡ, уҡыһындар ғына. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр ундайҙарҙың һәр аҙымын хуплай, ярҙам итергә тырыша. 
    Быйылғы уҡыу йылында лицей тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй, Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулаған, спорт, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, лицей данын күтәргән уҡыусыларҙы “Йондоҙҙар парады” тантанаһында тәбрикләнек, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдарҙан тыш аҡсалата дәртләндереү сараһы – сертификаттар ҙа тапшырҙыҡ”, – тип үҙ шатлығы менән уртаҡлаша лицейҙың инновация эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Виктория Гордеева.
    Әйтергә кәрәк, 2018 йылдың март айында Республика инженер лицей-интернаты мәшһүр юғары уҡыу йорто – Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) менән килешеүгә килеп, уның база- лицейына әүрелде – предуниверсарий булдырылды. Бында тырышып уҡыған уҡыусыларға киләсәктә нефть университетының ишектәре асыҡ буласаҡ. “Теүәл һәм тәбиғи фәндәрҙән яҡшы өлгәшкән өлкән класс уҡыусыларын махсус “нефть университеты кластары”на туплап, юғары уҡыу йортона әҙерләү буйынса университет етәкселеге менән берлектә тәүге эштәр башланды ла инде. Бик күп сығымдар талап иткән сара: лицейға уҡырға инергә теләүселәр өсөн булдырылған “Орбита” полиолимпиадаһын бергәләп уңышлы уҙғарҙыҡ. Килешеүгә ярашлы ӨДНТУ беҙҙең балаларға инновацион технологияларға ҡағылышлы фәнни-методик ҡулланмалар, махсус әҙәбиәт менән тәьмин итеү, электрон китапхана, ғилми лабораториялар һәм йәштәр технопаркында шөғөлләнәү мөмкинлеге булдыра. Шулай уҡ университет тәрбиә, спорт, балаларға ял ойоштороу сараларын үткәреүгә лә өлөш индерә башланы. Киләсәктә ике уҡыу йорто араһында көндән-көн нығына барған бындай теләктәшлек уҡыусыларыбыҙға төплө белем алырға, тормош юлынан ышаныслы аҙымдар менән алға барырға ярҙам итер”, – ти инженер лицей-интернаты директоры Флүр Шаһисолтанов.
    Лицей уҡыусылары мәҙәни тормошта ла ҡайнап йәшәй. Айрат Нәбиуллин етәкләгән “Байрам” бейеү ансамбле ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй, үҙенсәлекле бейеүҙәре менән тамашасыны яулай. Владимир Михайлович Лобанов егет-ҡыҙҙарҙы вокал-инструменталь ансамбленә әүҙем йәлеп итә. Һәр кластың үҙенең вокал-инструменталь ансамбле бар, тип әйтһәк тә һис хата булмаҫ: тәрбиәүи сараларҙа музыка ҡоралдары артында музыканттар алышынып ҡына тора.
    Иң һылыу ҡыҙҙар ҙа инженер лицей-интернатында белем ала икән! Республикабыҙҙа йылдан-йыл нығыраҡ ҡолас йәйә барған “Һылыуҡай” бәйгеһендә гран-при яулаған, аҙаҡ “Мисс-Азия” бәйгеһендә еңеүсе БДПУ студенткаһы Земфира Байдәүләтова – ошо лицей уҡыусыһы. Быйылғы бәйгелә лә туғыҙынсы класс уҡыусыһы Әҙилә Фәйзуллина уңышлы сығыш яһап, “Bashkirian Beauty-2018” номинацияһында еңеүсе булды.
    Капитаны Динислам Хажиәхмәтов етәксе­легендәге “Башҡорттар.ру” шаяндар һәм тапҡырҙар командаһын Башҡортостанда ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә һәйбәт беләләр. “Ҡыҙыл салбарлылар” – төртмә телле, заман һулышын тәрән юморға һалған шаян эрудиттар. Республикала урта белем биреү мәктәптәре араһында уҙғарылған бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәгән был егеттәрҙе тыңлап, иларға ла, көлөргә лә белмәҫһең.
    Төрлө төбәктәрҙән йыйылған уҡыусылар дөйөм ятаҡ тормошона тиҙ ҡулайлаша. Бойоғоп ултырырға ваҡыттары юҡ уларҙың: дәрестәрҙән һуң инглиз теле, информатика, математика, робот техникаһы буйынса өҫтәмә әҙерләнеүҙәр, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүҙәр... Һәр балаға терәк-таяныс булып, бар башланғыстарын хуплап, күңелдәрен үҫтерергә ынтылған тәрбиәселәр уҡыусыларҙың ялын ойоштороуға күп көс һала. Баш ҡалабыҙ менән яҡыныраҡ танышыу, республикабыҙ тарихын, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен төптәнерәк өйрәнеү маҡсатында төрлө экскурсияларға, музейҙарға, китапханаларға, театрҙарға йөрөүҙәр, билдәле шәхестәр, ветерандар менән осрашыуҙар, фәһем алырлыҡ һөйләшеүҙәргә медицина, полиция, хәүефһеҙлек хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү – барыһы ла маҡсатҡа ярашлы алып барыла. “Беҙҙең уҡыусылар сығыш яһаусыларҙы өнһөҙ тыңлап ултырыусылар түгел, ә әңгәмәләрҙә әүҙем ҡатнашыусы, үҙ уйҙарын белгертеүсе, кәрәк икән, фекерен ҡыйыу яҡлай алыусы егеттәр һәм ҡыҙҙар. Егеттәребеҙҙе ысын ир-егеттәрсә тәрбиәләргә, киләсәктә уларҙы тыуған төйәгебеҙгә хеҙмәт итеүсе эшлекле шәхес, мал табыусы йүнсел хужа, абруйлы ир, атай, ә ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған барлыҡ матур сифаттарҙы үҙҙәренә туплап, уңған хеҙмәткәр, өлгөлө әсәй, һөйкөмлө, хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙ итеп күрергә теләйбеҙ. Уҡыусыларыбыҙҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләү өсөн бар мөмкинлектәрҙе лә ҡулланырға тырышабыҙ”, – ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлсәсәк Хәмиҙуллина.
    Заманыбыҙға белемле, йәмғиәттә үҙен тота, һәләтен дөрөҫ юҫыҡта ҡуллана белгән, заман менән бергә атлаған шәхестәр кәрәк. Белемле кешенең эске донъяһы бай, ғилем өҫтәгән һайын әҙәм балаһының күңел күҙе асыла ғына бара. Балаларҙы мауыҡтырғыс белем донъяһына әйҙәгән Республика инженер лицей-интернаты яңы һулыш алып уҡыусыларҙы күңел күҙен асырлыҡ ғилемле, тәрбиәле итеү өҫтөндә эшен дауам итә
 
Автор: Ҡәҙриә ҒӘЙФУЛЛИНА