{"10":{"bg1":"cover1.gif","bg2":"cover-1.png","adr":"\u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74","title":"\u041a\u043e\u0440\u043f\u0443\u0441 1","id_allblocks":"1","id":"10","info":"<p><strong>\u0410\u0434\u0440\u0435\u0441:<\/strong><br \/>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430, \u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74<br \/><br \/><strong>\u0422\u0435\u043b\u0435\u0444\u043e\u043d\/\u0444\u0430\u043a\u0441:<\/strong><br \/>+7 347 242 18 32<br \/><strong><br \/>E-mail:<\/strong><br \/><a href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\" target=\"_blank\" rel=\"noopener noreferrer\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","dopinfo":"<p>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430,<br \/>\u0443\u043b. \u041a\u043e\u043b\u044c\u0446\u0435\u0432\u0430\u044f 74.<br \/>\u0442\u0435\u043b\/\u0444\u0430\u043a\u0441: 242 18 32<br \/>email: <a title=\"\u041d\u0430\u043f\u0438\u0441\u0430\u0442\u044c \u043d\u0430\u043c\" href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","i":3,"pic":"\/foto\/nofoto.jpg","data":false},"11":{"bg1":"cover2.png","bg2":"cover-2.png","adr":"\u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13","title":"\u041a\u043e\u0440\u043f\u0443\u0441 2","id_allblocks":"1","id":"11","info":"<p><strong>\u0410\u0434\u0440\u0435\u0441:<\/strong><br \/>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430, \u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13<br \/><br \/><strong>\u0422\u0435\u043b\u0435\u0444\u043e\u043d\/\u0444\u0430\u043a\u0441:<\/strong><br \/>+7 347 234 89 67<br \/><br \/><strong>E-mail:<\/strong><br \/><a href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\" target=\"_blank\" rel=\"noopener noreferrer\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","dopinfo":"<p>450032, \u0420\u0424, \u0411\u0430\u0448\u043a\u043e\u0440\u0442\u043e\u0441\u0442\u0430\u043d \u0433. \u0423\u0444\u0430,<br \/>\u0443\u043b. \u041d\u0435\u0436\u0438\u043d\u0441\u043a\u0430\u044f 13<br \/>\u0442\u0435\u043b\/\u0444\u0430\u043a\u0441: 234 89 67<br \/>email: <a title=\"\u041d\u0430\u043f\u0438\u0441\u0430\u0442\u044c \u043d\u0430\u043c\" href=\"mailto:gbourbli@gmail.com\">gbourbli@gmail.com<\/a><\/p>","i":4,"pic":"\/foto\/nofoto.jpg","data":false}}

Новости

Ғаиләлә тәрбиәләнә әхлаҡи ҡиммәттәр ҙә, туған телгә, республикаңа һөйөү ҙә.

16.05.2018

   Рух һүнмәһә,ил йәшәй.Рухи башланғыстың мөһимлеген аңлап,зыялылар рух өрә,аң-фекер уята.Ошондай бәрәкәтле сараларҙың  береһе тураһында һүҙем.

    Күптән түгел  беҙҙең Республика инженер лицей-интернаты  уҡыусылары һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары “Ғаилә йылы”на арналған  “Китапхана төнө”сараһында   ҡатнашты.Был  тамашаны  З.Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһы  ойошторҙо. Күркәм   сара киске сәғәт 6-ла башланып төнгә тиклем дауам итте.Беренсе  бүлектә 10-сы класс  ҡыҙҙары  башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың  ҡыҙы  Гүзәл Хамматова  һәм уның ғаиләһе менән  осрашты.Гүзәл Хамматова- яҙыусы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  "Ижади хеҙмәт титаны" тип йөрөтәләр икән  замандаштары  Яныбай ағайҙы. Сөнки бөтөн донъяла уның кеүек ике тиҫтә роман яҙған яҙыусы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ҡыҙы Гүзәл Хамматова телсе, тәржемәсе, хаҡлы ялға сыҡҡансы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында немец теленән уҡытҡан.      Оло ҡыҙыҡһыныу менән уҡыусылар был осрашыуҙы ҡабул итте, Гүзәл Хамматоваға  үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙеләр.

   Сараның икенсе өлөшөндә  10-сы класс егеттәре (тәрбиәселәре Розалия Кәлимуллиновна)билдәле артистар:Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Лилиә Ишемйәрова һәм Башҡортостандың халыҡ бейеүсеһе Урал Мортазин  менән осрашты.Артистар бөтә осрашыуҙы ысынбарлыҡта тотош концертҡа әйләндерҙе. Атанан күргән-уҡ юнған,әсәнән күргән-тун бескән,тигәндәй,уларҙың балалары ла ата-әсәләре  кеүек йырсылар,бейеүселәр,иҫ киткес һөнәрмәндәр. Башҡорт  телле,көслө рухлы,аҡыллы,эшһөйәр,илһөйәр,телһөйәр   балалары менән бәхетле  Мортазиндәр  ғаиләһе.Был сара беҙҙең  егеттәр өсөн сағыу бер ваҡиға  булды:фәһем алыу өсөн дә,үрнәк алыу өсөн дә. Беҙҙең егеттәр ҙә,тәрбиәселәр ҙә,уҡытыусылар ҙа бейеп-йырлап күңел асты,тамашаның һуңында   күңелле флешмоб та йөрәктәрҙе дәртләндерҙе.

  Ысынлап та, ауылдамы, әллә ҡалала йәшәһенме, башҡорттар өсөн ғаилә иң ҡиммәтле төшөнсә һанала. Шуға ла тап ғаиләлә тәрбиәләнә әхлаҡи ҡиммәттәр ҙә, туған телгә, республикаңа һөйөү ҙә. Ошондай  шәхестәребеҙҙең  ғаиләләре  лә ошоға асыҡ  миҫал.